«Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин йәнә ҡиммәтләнгән. 6 һәм 13 июлдә лә компания яғыулыҡҡа хаҡты арттырғайны.
Бөгөндән АИ-95 бензинының бер литры – 59,90 һум (+10 тин), АИ-95 ATUM 60,95 һум (+10 тин) тора. Бензиндың башҡа маркаларына һәм дизель яғыулығына хаҡтар үҙгәрмәгән.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 13 июлдә «Башнефть» автозаправкаларында бензиндың популяр маркалары 40 тингә ҡиммәтләнде.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-07-20/v-bashkirii-vnov-podorozhal-benzin-4319391