Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.5
0
90.14
0
77.27
+0.57
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь , 10:55

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр

Башҡортостандың 34 ҡала һәм районында 20 июндән 22-һенә тиклем ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, унда урында етештерелгән тәбиғи продукция һатып алырға мөмкин.

Өс көндә йәмғеһе 49 йәрминкә майҙансығы асыла. Адрестары һәм башҡа мәғлүмәттәр Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында баҫылған.

Мәҫәлән, Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре 21 һәм 22 июндә була. Шәмбе һәм йәкшәмбе ике майҙансыҡ эшләй: Эшсе Хәбәрселәр урамындағы 20-се йорт һәм Спорт һарайы алдында, тип асыҡлыҡ индерҙеләр мэрияла.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-06-20/zhiteley-bashkirii-zhdut-na-selhozyarmarkah-4283306

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: