
20 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы барышында Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләренең презентацияһы үтте. Уны йыл һайын эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора.
2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһе менән бергә өсөнсө урынды яуланы, шул рәүешле былтырғы позицияһын һаҡлап ҡалды. Рейтингтың беренсе баҫҡысын Мәскәү биләй, ә икенсе урынды Түбәнге Новгород өлкәһе менән Татарстан бүлешә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика рейтингта 2014 йылда 40-сы урындан старт алды, бер йылдан Башҡортостан 20 төбәк иҫәбенә инде, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса туғыҙынсы урынға күтәрелде. 2020 һәм 2021 йылдар йомғаҡтары буйынса республика бишенсе баҫҡысты биләһә, 2022 йыл өсөн рейтингта Башҡортостан беренсе тапҡыр дүртенсе урынға сыҡты (Тула һәм Сахалин өлкәләре менән бүлеште). 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Мәскәү һәм Төмән өлкәләре менән бергә өсөнсө урынды яуланы.
Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә 386 инвестиция проекты бар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.