

19 июндә XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы майҙансығында Дәүләт транспорт лизинг компанияһы (ДТЛК) менән Башҡортостан хөкүмәте араһында пилотһыҙ авиация өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты сиктәрендә дәүләт гражданлыҡ заказы буйынса Дәүләт транспорт лизинг компанияһы Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына дөйөм хаҡы 24 миллион һумлыҡ 16 «Геоскан 801» моделен тапшырған. 2025 йыл аҙағына тиклем ведомствоға тағы ла ошондай 2 пилотһыҙ аппарат алынырға тейеш.
– Республика янғынға ҡаршы хеҙмәт һәм урман хужалығы министрлығы өсөн дрондарҙы күпләп һатып ала. Был иһә беҙҙең инфраструктураны нығытыуҙа мөһим аҙым, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ компания менән пассажирҙар транспортын һатып алыу йәһәтенән эшләйбеҙ. Артабан да заманса автобустар һатып алырға тигән уй-ниәттәр бар.
Ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә яҡтар төбәктә пилотһыҙ аппараттарҙы файҙаланыуҙың перспективалы өлкәләрен билдәләргә, дрондарҙы ҡулланыуҙың норматив-хоҡуҡи һәм техник базаһын камиллаштырыуға булышлыҡ итергә, профилле белем биреү программаларын әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға ниәтләй.
«Дәүләт транспорт лизинг компанияһы Рәсәйҙә пилотһыҙ авиация системаһы баҙарын булдырыуға әүҙем булышлыҡ итә. Беҙ Башҡортостанда төрлө бурыстарҙы (ошо өлкәлә белгестәр әҙерләүҙән алып дрондарҙың заданиеларға осоу процестарын автоматлаштырыуға тиклем) хәл итеү өсөн үҙебеҙҙең экспертиза һәм тупланған тәжрибә менән уртаҡлашырға әҙербеҙ», – тине ДТЛК компанияһының генераль директоры Евгений Дитрих.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.