Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.5
0
90.14
0
76.78
-0.49
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Май , 17:10

Башҡортостан Башлығы «Алға» махсус иҡтисади биләмәһен юбилейы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Фото:Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы

Бөгөн «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенә биш йыл тулды, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

«Махсус иҡтисади зонаны ойошторған саҡта уны Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе итергә тигән бурыс ҡуйҙыҡ һәм һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәштек», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш йыл эсендә «Алға» ике тапҡыр йылдам үҫешкән биләмә тип танылды, Рәсәй иҡтисади зонаһының Инвестиция милли рейтингында етенсе булды, ике йыл рәттән «Импортты алмаштырыу» һәм «Тотороҡло үҫеш» махсус номинацияларында еңеү яуланы.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың «Алға» махсус иҡтисади зонаһында 24 резидент иҫәпләнә, улар проекттарға 62 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалырға, 3000-дән күберәк яңы эш урыны булдырырға ниәтләй. Алты резидент үҙ продукцияһын етештерә. Улар үҙ проекттарына 10 миллиардҡа яҡын аҡса бүлде, республика халҡы өсөн меңләгән эш урындары булдырҙы. Быйыл яңы предприятиеларҙың асылыуы көтөлә.

«Беҙ «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе инфраструктураһын үҫтереүҙе, уның майҙанын арттырыуҙы дауам итәбеҙ. 2023 йылда уға «Өфө» индустриаль паркы биләмәһе индерелде, артабан киңәйтергә тигән уй-ниәттәр бар», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-05-27/glava-bashkirii-pozdravil-oez-alga-s-yubileem-4252133

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: