

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә, республикала креатив индустриялар буйынса 14 йүнәлеш билдәләнгән. Республикала шулай уҡ 50 миллион һумлыҡ капитализация менән Креатив индустрияларға ярҙам фонды булдырыла. Рөстәм Моратов креатив индустрияларға ярҙам итеү буйынса айырым программа төҙөргә тәҡдим итте. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн реестрҙа торорға кәрәк, унда юридик шәхестәр, эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр инергә мөмкин.
«Республикала креатив индустриялар буйынса 14 йүнәлеш бар. Инвестиция сәғәттәрен нигеҙ итеп алдыҡ. Дәүләт ярҙамы саралары менән өҫтөнлөклө креатив проект статусын бирергә тәҡдим итәбеҙ», – тине Рөстәм Моратов.
Ярҙам саралары сифатында Башҡортостан Башлығы гранттары, һалым каникулдары, маркетплейстар менән эшкә һәм интернетта рекламаға сығымдарҙы компенсациялау, шулай уҡ башҡа саралар тәҡдим ителә.
Ошо өлкәлә эшләгән эшҡыуарҙар менән тығыҙ эш алып барыу өсөн ете пилот муниципалитеты һайланған: Өфө, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Сибай ҡалалары, Бөрө, Шишмә, Белорет райондары. Шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ҡарамағында йәмәғәт башланғысында кәңәшсе вазифаһын булдырырға тигән тәҡдим яңғыраны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.