09:20 (UTC+5), 14 Мая 2025

Башҡортостанда йомшаҡ сырҙар етештереү цехы асылды

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сырҙар етештереү цехын асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров предприятие коллективын ошо мөһим ваҡиға менән ҡотланы.

«Биш йыл элек беҙ ошонда ҙур эш башлағайныҡ. Бөгөн мин үҙ ваҡытында ҡарар ҡабул иткән сит ил инвесторҙарына рәхмәт белдерәм. Һуңынан бергәләп санкцияларға бәйле ҡатмарлы осор кисерҙек. Был предприятие артабан да үҫешер тип ышанам.

Бөгөн мин республикабыҙҙың ауыл хужалығы министрлығына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Әлбиттә, муниципаль райондың идара итеү командаһы коллективына һәм ошо предприятиеның хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Бында уңайлы, яҡшы шарттар булыр тип өмөтләнәм. Ә илебеҙ һәм республикабыҙ Рәсәйҙә иң яҡшы сырҙар алыр», – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы, яңы цехтың производство линиялары менән танышты һәм яңы продукцияны тәмләп ҡараны.

Үҙ юлын 90 йыл элек бәләкәй генә заводтан башлаған предприятие бөгөн аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә лайыҡлы өлөш индерә. Йыл һайын 16 мең тоннанан ашыу сыр һәм 1,5 мең тонна май – һандар үҙҙәре үк һөйләй.

«Бәләбәй» ышаныслы рәүештә Рәсәйҙең биш ярым ҡаты сыр бренды иҫәбенә инә. Предприятиеның продукцияһы илдең барлыҡ төбәктәрендә ҙур һорау менән файҙалана.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-05-14/na-belebeevskom-molochnom-kombinate-v-bashkirii-otkryli-tseh-myagkih-syrov-4234329

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика