Башҡортостанда быйыл бөртөклөләрҙең дөйөм майҙаны 1,538 миллион гектарҙан ашыуыраҡ була, тип хәбәр итте республика вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
«Техник культуралар майҙанын 635 мең гектарға еткерергә уйлайбыҙ. Был уҙған йылдағыға ҡарағанда 80 мең гектарға күберәк», — тине республиканың аграр ведомствоһы етәксеһе.
Республикала шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү майҙаны 46 мең гектарға тиклем кәмей. Был иһә, 2024 йылғы миҙгелдә эшкәртеү ҡыйынлыҡтарын иҫәпкә алып, уҙған йыл менән сағыштырғанда 12 мең гектарға аҙыраҡ.
Шул уҡ ваҡытта быйыл Башҡортостанда, техник культураларҙан тыш, мал аҙығы культураларының майҙанын 28 мең гектарға арттырыу планлаштырыла. Йәмғеһе 599 мең гектарҙа (+5%) ултыртыла. Асыҡ грунтта картуф һәм йәшелсәләр майҙаны былтырғы кимәлдә һаҡлана (яҡынса 50 мең гектар).
«Ғөмүмән, яҙғы сәсеү 2,152 миллион гектарҙа планлаштырыла, был уҙған йылға ҡарағанда 4,4 процентҡа күберәк», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.