

Башҡортостан ауыл ипотекаһын биреү буйынса Рәсәй төбәктәре исемлегендә тәүге урында тора. Был хаҡта Росреестрҙың республика идаралығынан хәбәр иттеләр.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуарынан Росреестрҙың республика буйынса идаралығында ауыл ипотекаһын алыу тураһында 5833 килешеү теркәлгән. Шулай итеп, Башҡортостан илдең ошо программа менән әүҙем файҙаланған төбәктәре араһында беренсе урында тора. Был исемлектә Удмурт Республикаһы, Омск өлкәһе, Татарстан Республикаһы һәм Ставрополь крайы ла бар.
— Башлыса «Ауыл ипотекаһы» дәүләт программаһы буйынса икенсел баҙарҙа күсемһеҙ милек һәм ер участкаһы булған йорттар һатып алына. Төҙөлөп ятҡан торлаҡ һирәгерәк һатыла. Беҙҙең ведомство дәүләт программалары буйынса ипотеканы теркәү процесын оптималләштереүгә айырыуса иғтибар бүлә, бындай килешеүҙәр ҡыҫҡа ваҡытта ҡарала. Бынан тыш, беҙ ғариза биреүселәргә һәр яҡлап консультация ярҙамы күрһәтәбеҙ, — тип һөйләне Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Уның әйтеүенсә, ошо дәүләт программаһы буйынса күбеһенсә ҡалала йәшәүселәр ҡала ситендә йорттар һатып ала. Заемсыларҙы түбән процент ставкаһы, шулай уҡ ҡала ситендәге торлаҡ хаҡының түбәнерәк булыуы йәлеп итә. Башҡортостан Росреестры мәғлүмәттәре буйынса, Иглин, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Шишмә райондарында ауыл ипотекаһы менән торлаҡ алыусылар күп.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.