07:10 (UTC+5), 10 Апреля 2025

Республикала тағы ике газ ҡойоу станцияһы төҙөлә

Элина Әхмәтова

Республикала тағы ике яғыулыҡ ҡойоу станцияһы — бензин һәм газ станциялары төҙөлә. Ике бизнес-план да Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.

Республика министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сервис комплексы булған АЗС Октябрьский ҡалаһында М-5 «Урал» трассаһында барлыҡҡа килә. Бында автозапчастар һәм тәү сиратта кәрәкле тауарҙар магазины, шиномонтаж, электр транспортын зарядлау пункты һәм автомобиль йыуыу урыны асыла. Проекттың хаҡы – 150 млн һум.

«Газагропром» компанияһы Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә 55 миллион һумлыҡ АГНКС төҙөргә йыйына.

Өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү инвесторҙарға дәүләт ярҙамы (һалым буйынса льгота, участкаларҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам һәм башҡалар) алырға мөмкинлек бирә.

Әлеге көндә Башҡортостанда 2 меңгә яҡын юл буйы сервисы объекты иҫәпләнә. Һуңғы дүрт йылда уларҙың һаны ике тапҡырға артҡан – республикала өлкәне үҫтереү буйынса программа бойомға ашырыла.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-04-10/v-bashkirii-postroyat-eschyo-dve-zapravochnye-stantsii-4192009

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика