05:30 (UTC+5), 03 Апреля 2025

Өфө ҡала мөхите сифаты буйынса миллионлы ҡалалар араһында 5-се урынды алды

Сергей Николаев

Рәсәйҙә 2024 йыл өсөн ҡала мөхите сифаты индексына йомғаҡ яһалды. Миллионлы ҡалалар араһында Өфө 251 балл менән 5-се урынды яуланы. Был 2023 йылға ҡарағанда 31-гә күберәк, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.

Индексты Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы билдәләй. Уны иҫәпләгәндә ҡала мөхите сифатының 36 индикаторы, шула иҫәптән торлаҡ сифаты баһалана. Башҡортостандың баш ҡалаһы күп күрһәткестәр, атап әйткәндә, йәшелләндереү, урам-юл селтәренең торошо, дөйөм ҡала киңлектәрен үҫтереү буйынса ыңғай динамиа күрһәтте.

«Был иһә әүҙем эшебеҙ, халыҡтың индергән өлөшө һәм башланғыстары, республика етәкселеге ярҙамы һөҙөмтәһе. Быйылға маҡсат – темптарҙы кәметмәү һәм барлыҡ йүнәлештәр буйынса яҡшыртыуҙы дауам итеү», – тип билдәләне Өфө мэры Ратмир Мәүлиев үҙенең социаль селтәрҙәрендә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандың бөтә ҡалалары йәшәү өсөн уңайлы тип танылды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-04-02/ufa-zanyala-5-e-mesto-sredi-gorodov-millionnikov-po-kachestvu-gorodskoy-sredy-4181882

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика