

Башҡортостанда тәүге предприятиелар баҫыу эштәренә тотондо. Стәрлетамаҡ һәм Илеш райондарының бер нисә хужалығы ужым иген культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашламалар менән туҡландыра. Яҙғы баҫыу миҙгеле ошо агротехник саранан башлана. Киләһе этап – баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу, шунан һуң сәсеү, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Шулай итеп, баҫыу эштәре быйыл ғәҙәттәгенән 2-3 аҙнаға алдараҡ башланды.
Бөтәһе 1,58 миллион гектарҙа иген культураларын сәсеү планлаштырыла. Яҡынса 607 мең гектар майҙанда техник культуралар сәселә.
Быйылғы уңыш өсөн ужым культуралары 248 мең гектарҙы биләй. Хәбәр иткәнебеҙсә, ужымдың 90% ашыуы яҡшы ҡышлаған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.