08:12 (UTC+5), 14 Марта 2025

Өфөнөң «ЭлКом» предприятиеһы производствоны киңәйтә

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Өфөнөң 2014 йылда ойошторолған «ЭлКом» предприятиеһы электр бүлеү һәм көйләү аппаратураһы етештереү менән шөғөлләнә. Сәнәғәттең төрлө тармаҡтары, шул иҫәптән нефть-газ өсөн металл шкаф корпустарын етештереүҙең беренсе сираты 2020 йылдың декабрендә «Зубов» технопаркында асылды.

Бөгөн, 14 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов компанияның етештереү эшмәкәрлеге менән танышты.

Компанияның генераль директоры Илшат Шәйхетдинов һүҙҙәренсә, улар технологик процестарҙы комплекслы автоматлаштырыу өлкәһендә заманса ҡарарҙар әҙерләү һәм индереү буйынса лидер булып тора.

Өфө районының Зубов ауылы эргәһендә төҙөлгән «БИТ» стена һәм иҙәнгә ҡуйыла торған электротехник корпустар етештереү заводына «Элком» 650 миллион һумға яҡын инвестиция һалған, 120-нән ашыу юғары етештереүсәнле эш урыны булдырылған. Мәҫәлән, башланғыс этапта айына сервер шкафтары өсөн 20 корпус етештерелһә, бөгөн иһә 400-гә яҡын. Әйткәндәй, элегерәк быларҙың барыһы ла сит илдән килтерелә ине.

Яңы производствоны йылдамыраҡ үҫтереүгә көнбайыш санкциялары этәргес бирҙе, тип билдәләне «Башҡортостан инновацион технологиялары» компаниялар төркөмө президенты Илшат Шәйхетдинов «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы менән әңгәмәлә.

«Беҙ заводтың артабанғы сираттарын төҙөүгә инвестиция һалыуҙы дауам итергә булдыҡ, сөнки баҙар шуны талап итә. Әлеге ваҡытта етештерелгән күләм етмәй. Шуға күрә производствоны масштаблау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Предприятие икенсе сиратты төҙөргә йыйына. Күҙалланған инвестиция күләме – йәнә 650 миллион һум. Етештереү күләмен яҡынса биш тапҡырға арттырырға планлаштырабыҙ», — тине предприятие етәксеһе.

Яңы цехтар асыу хеҙмәткәрҙәр һанын ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш. Яңы производство өсөн Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша 200 миллион һумлыҡ ҡорамал һатып алынған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-14/ufimskoe-predpriyatie-elkom-budet-masshtabirovat-proizvodstvo-4157222

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика