12:23 (UTC+5), 18 Февраля 2025

Республикала тәрбиәгә бала алған ғаиләләр өсөн пособие күләме билдәле булды

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда тәрбиәгә бала алған ғаиләләр, опекундар һәм уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусылар өсөн бер тапҡыр түләнә торған пособие күләме билдәле булды. Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылдың 1 февраленән район коэффициенты менән бергә түләүҙәрҙең күләме 30 982,97 һум тәшкил итә. Инвалид баланы, 7 йәше тулған йәки бер туған ике йәки унан күберәк баланы тәрбиәгә алғандар өсөн пособие күләме һәр балаға 236 735,10 һум була.

Шул уҡ ваҡытта уллыҡҡа алыусылар һәм опекундар Рәсәй Федерацияһы граждандары булырға, Рәсәйҙә даими йәшәргә тейеш.

Бер тапҡыр бирелә торған пособиены алыу өсөн 6 ай эсендә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенең клиенттар хеҙмәтендә, Күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин.

«Башинформ» агентлығына Социаль фондтың төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылда 780-дән ашыу ғаилә ошондай түләүҙәр алған.

Хәбәр иткәнебеҙсә, февралдә Рәсәйҙә әсәлек капиталы 9,5% артты.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-18/v-bashkirii-nazvali-razmer-posobiy-dlya-priemnyh-semey-4126533

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика