Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль , 14:35

Өфөләрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыралар

Ксения Калинина, архив фотоһы
Фото:Ксения Калинина, архив фотоһы

15 һәм 16 февралдә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән ит, йәшелсә һәм башҡа сифатлы ризыҡтар һатып алырға мөмкин. Был хаҡта мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Шәмбе көндө йәрминкәләр «Тулҡын» паркы янында, Эшсе хәбәрселәр урамындағы 20-се йорт янында, Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Спорт һарайы һәм Йәштәр һарайы алдында ойошторола. Йәкшәмбе «Тулҡын» паркы эргәһендә һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙансыҡтарҙа йәрминкәләр булмай.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 14 февралдән 16-на тиклем республиканың 34 районы һәм ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәләре эшләй. Түбәндәге адрестар буйынса йәмғеһе 42 йәрминкә майҙансығы ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-14/ufimtsev-priglashayut-na-selhozyarmarki-4121518

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: