09:08 (UTC+5), 06 Февраля 2025

Рәсәйҙең эске баҙарында Башҡортостандан иген һатыу 3,5 тапҡырға артҡан

Фото: Ветеринария һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы
Элина Әхмәтова

Ил эсендә Башҡортостан игенен һатыу өс тапҡырҙан ашыуға артҡан. Әгәр 2024 йылдың ғинуарында Рәсәйҙең 13 төбәгенә 20 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукттары оҙатылһа, быйыл ғинуарҙа илдең 18 субъектына яҡынса 72 мең тонна ебәрелгән. Был хаҡта Ветеринария һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығынан хәбәр иттеләр.

Республикабыҙ игенен Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Ленинград, Мәскәү, Ростов, Белгород, Курск өлкәләре предприятиелары, Үҙәк Рәсәй һәм күрше төбәктәр һатып алған.

Эске баҙарҙа арпа (33,12 мең тонна) һәм бойҙай (32,22 мең тонна) ҙур һорау менән файҙаланған.

Шулай уҡ 3,76 мең тонна борсаҡ, 920 мең килограмм арыш, 930 мең килограмм көнбағыш орлоғо һәм 630 мең килограмм етен оҙатылған.

Хәбәр иткәнебеҙсә, йыл башынан Башҡортостандан 30 мең тонна иген экспортҡа оҙатылған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-06/prodazhi-zerna-iz-bashkirii-na-vnutrennem-rynke-vyrosli-v-3-5-raza-4110798

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика