09:12 (UTC+5), 17 Января 2025

Башҡортостанда Баҡалы ҡошсолоҡ фабрикаһы ҡатнаш аҙыҡ заводы һәм яңы корпустар төҙөй

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Баҡалы ҡошсолоҡ фабрикаһы 2022 йылдың 18 октябрендә асылған. Урындағы эшҡыуар Алмаз Сәхипгәрәев быға тиклем Иҫке Ҡатай ауылындағы элекке малсылыҡ комплексын һатып алған. Дөйөм майҙаны 7200 квадрат метрлыҡ биш бина төҙөкләндерелгән, себештәр өсөн иҙән ҡорамалдары ҡуйылған, иген келәте ремонтланған һәм ҡатнаш аҙыҡ заводы файҙаланыуға тапшырылған. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баҡалы районына эш сәфәре барышында ауыл хужалығы предприятиеһының эшмәкәрлеге менән танышты.

Ҡошсолоҡ фабрикаһының генераль директоры Алмаз Сәхипгәрәев һүҙҙәренсә, йомортҡа һалған 53 000 тауыҡ бар. 2024 йылдың 10 айында 16 миллион дана йомортҡа етештерелгән. Предприятиеның тәүлегенә етештереү ҡеүәте 51 000 дана йомортҡа. Проект ҡеүәте – йылына 35 миллион дана. Былтыр 10 айҙа төп аҡсаға инвестициялар күләме 89 миллион һумға еткән.

«Әлеге ваҡытта беҙ ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөйбөҙ, 100 мең тауыҡҡа иҫәпләнгән йомортҡа етештереү өсөн дүрт корпус һәм сорттарға айырыу комплексы төҙөү күҙаллана. Инвестиция проекты 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән», – тине Баҡалы ҡошсолоҡ фабрикаһының генераль директоры.

Уның әйтеүенсә, продукция «Баҡалы йомортҡаһы» бренды аҫтында сығарыла, һатыу системаһы яйға һалынған.

«Бик һәйбәт ҡошсолоҡ фабрикаһы. Шәп өлгө булып тора. Йомортҡа хәҙер, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, стратегик продукт. Афарин, тибеҙ, бәләкәй хужалыҡтан республика кимәленә еткәндәр», - тине Радий Хәбиров, «Башинформ» журналдарына яуап биреп.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-01-17/v-bashkirii-bakalinskaya-ptitsefabrika-stroit-kombikormovyy-zavod-i-novye-korpusa-4087477

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика