Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу әсбаптары һәм яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары һатып алыу өсөн пособие, шулай уҡ айлыҡ пособие түләү күләме һәм тәртибе билдәләнде. Пособие республика ҡаҙнаһынан йүнәлтелә. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Көндөҙгө бүлектә уҡыған өсөн пособие күләме – 13 638,48 һум.
Шулай уҡ документ ошо пособиены түләү тәртибен раҫлай. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа йөкмәтелде.