Башҡортостанда водителдәргә ҡытлыҡ күҙәтелә, тип белдерҙе «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова.
Республикала, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2 мең водитель етмәй. Шул уҡ ваҡытта мәшғүллек үҙәктәрендә ошондай һөнәргә эйә булған 230 кеше иҫәптә тора.
«Өфөлә хәл тағы ла киҫкенерәк, сөнки 800 водитель вакансияһы бар, билдәле бер категориялы 33 кенә эшһеҙ», — тип өҫтәне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы.
Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Хөкүмәте комплекслы кадрҙар программаһын әҙерләй.