05:37 (UTC+5), 09 Декабря 2024

Башҡортостанда етенсе ҡала туристар һалымы индерә

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында туристар һалымы индерергә хәл ителде. Уны Бәләбәй ҡунаҡханалары түләй башлай. Ҡала биләмәһе советы депутаттары ошондай ҡарарҙы раҫланы.

Был ҡарар 2025 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Башҡа ҡалаларҙағы кеүек үк, беренсе йылда һалым ставкаһы – йәшәү хаҡынан 1%, әммә тәүлегенә 100 һумдан да кәм түгел. 2029 йылға һалым 5% тәшкил итергә тейеш. Туристар өсөн һалымдан килгән аҡсаны ҡалала туризмды үҫтереүгә йүнәлтеү планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Күмертауҙа туристик һалым индереү тураһында ҡарар ҡабул иткәйнеләр.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-12-09/v-bashkirii-turisticheskiy-nalog-vvedut-sem-gorodov-4043548

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика