Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2024, 12:09

Йәй көнө республика шифаханаларында 66 мең кеше ял иткән

Йәйгеһен Башҡортостан шифаханаларында 66 меңгә яҡын кеше һаулығын нығытҡан. Был хаҡта Санатории-России.рф порталына һылтанма менән ТурСтат хәбәр итә.

Быйылғы йәйге миҙгел Рәсәй шифаханалары өсөн һөҙөмтәле булды. Юлламаларға һорау рекордлы кимәлгә етте. Ҡунаҡтар һаны һәм шифаханаларҙың тулайым килеме буйынса күрһәткестәр ҙә юғары.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге 10 төбәге иҫәбендә тора һәм шифахана-курорт ялын популярлаштырыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.

2024 йылдың июнь-август айҙарында Башҡортостан шифаханаларында 65,7 мең кеше ял иткән. Республикала шифаханаға юлламаның уртаса хаҡы 37,6 мең һум булған. Йәй көнө Башҡортостан шифаханаларының тулайым килеме 2,477 миллиард һумға еткән.

Быйыл йәй Волга буйы федераль округы шифаханаларында 385,7 мең кеше һаулығын нығытҡан. Дөйөм алғанда, йәй көнө Рәсәйҙә 2,2 миллион кеше шифаханала ял итеүҙе һайлаған.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостан проекттары Russian Event Awards халыҡ-ара премияһы лауреаты булды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-12-04/v-sanatoriyah-bashkirii-za-leto-otdohnuli-66-tysyach-chelovek-4037053

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас