Башҡортостанда 100 мең тонна шәкәр етештерелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
21 ноябргә Шишмә шәкәр заводы һәм «Раевка шәкәре» предприятиеһы 705 мең тоннанан ашыу яңы уңыш шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткән.
«Күләмле яңыртыу эштәренән һуң предприятиелар тәүлегенә 6 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәртергә һәләтле, быйылғы миҙгелдә был бик яҡшы булды, — тип билдәләнеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Төбәк аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш үҫтереп алған (2,6 миллион тоннанан ашыу). Техник культураның уңышы иһә гектарынан 460 центнерҙан күберәк. Был 2023 йылғы күрһәткестән 30% тиерлек күберәк».
Башинформ хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостан, уҙған йылдарҙағы кеүек үк, үҙе етештергән шәкәр менән тәьмин ителәсәк.