

Күмертауҙа 2025 йылдан туристик һалым индерелә. Ҡала советы депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте. РБК-Өфө мәғлүмәте буйынса, ике ҡунаҡхана ҡала бюджетына йәшәү хаҡының 1% түләргә тейеш (әммә көнөнә 100 һумдан кәм түгел). Муниципалитет туристик һалымдан йылына 1,3 миллион һумға яҡын аҡса алырға иҫәп тота.
Артабан һалымды йылына 1% арттырыу, 2029 йылға уны 5% еткереү планлаштырыла. Алынған килем туристик субъекттар булдырыуға һәм инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, 18 муниципалитет туристик һалыминдереүҙән баш тартты. Туризм министры Зөһрә Гордиенко былай ҙа рәсми эшләгән ҡиммәтле ҡунаҡханаларҙа, шифаханаларҙа йәшәгән туристарға ауырға төшөүен билдәләне һәм бындай ҡарарҙар менән ашыҡмаҫҡа саҡырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.