Башҡортостандың биш предприятиеһы Мәскәүҙә 35-се «Мебель, фурнитура һәм тышлау материалдары» — «Мебель-2024» халыҡ-ара күргәҙмәһендә республикабыҙҙы күрһәтә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте. Ул бөгөн дә кисә Мәскәүҙә асылған Транспорт аҙналығында ҡатнаша.
«Мебель, фурнитура һәм тышлау материалдары» — «Мебель-2024» халыҡ-ара күргәҙмәһе «Экспоүҙәк»тә бара.
«Был Рәсәйҙең һәм Көнсығыш Европаның мебель индустрияһындағы яңылыҡтар менән таныштырған төп майҙансыҡ булып тора», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Быйыл күргәҙмәлә донъяның туғыҙ иленән һәм Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан 950-нән ашыу компания ҡатнаша. Мәҫәлән, Өфөнөң «Метта» һәм «МЕБЕЛЬБАЙ», Туймазының «Корона» компаниялары, Нефтекаманың «Полимер композиттар» ғилми-етештереү берекмәһе һәм Октябрьскийҙың «Альтернатива» заводы.
«Хәтерегеҙгә төшөрәм, беҙ илдә тәүгеләрҙән булып мебель кластеры булдырҙыҡ. Унда ҡатнашыусылар матрастар, карауаттар, корпуслы һәм йомшаҡ йыһаздар, фурнитура һәм башҡа әйберҙәр эшләй. Башҡортостанда үҫеш өсөн яңы компетенциялар һәм яңы перспективалар барлыҡҡа килә», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Башинформ хәбәр иткәнсә, Рәсәйҙең мебель, фурнитура һәм комплектлау изделиелары етештереүгә махсуслашҡан 15 предприятиеһы Башҡортостандың мебель сәнәғәт кластеры составына инде.