19 ноябрҙә Мәскәүҙә XVIII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инфратех Концессии» акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Андрей Шишкин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Яҡтар концессия килешеүҙәре шарттарында транспорт инфраструктураһы өлкәһендәге башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы тикшерҙе. Атап әйткәндә, һүҙ Өфөнөң Революция урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында барҙы.
Әйткәндәй, был проект әүҙем үҫешкән Ағиҙел аръяғы районын Өфөнөң үҙәк өлөшө менән тоташтырырға тейешле транспорт магистраленең беренсе этабы булып тора.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһының һул ярын Нижегородка биҫтәһенең ғәмәлдәге урам-юл селтәре менән тоташтырасаҡ күпер һалыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың ҙур булыуын билдәләне.
«Инфратех Концессии» компанияһының идарасы директоры Андрей Шишкин ойошманың әлеге проект буйынса эш башлауын әйтте.
– Башҡортостан – беҙҙең дуҫыбыҙ, республика беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим, – тине Андрей Шишкин. – Беҙ төбәктең юл селтәрен үҫтерергә, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында социаль әһәмиәтле объекттар төҙөргә ниәтләйбеҙ. Хеҙмәткәрҙәребеҙ юғары квалификациялы, эшләрбеҙ.