Бөгөн Мәскәүҙә XVIII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе башланды. Уны йыл һайын Рәсәйҙең Транспорт министрлығы үткәрә. Форум эшендә Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы ла ҡатнаша. Башҡортостан стендында ул федераль ведомстволар һәм юл компаниялары етәкселәре менән осрашыуҙар уҙғарырға әҙерләнә.
Форумда 300-ҙән ашыу эксперт ҡатнашлығында 30-ҙан ашыу эшлекле сара планлаштырыла. Бында йыл да 4 меңгә яҡын ҡатнашыусы килә, ә күргәҙмәне 10 меңдән ашыу кеше ҡарай.
Быйыл иһә төп тема — «Һөҙөмтәле транспорт системаһы. Төп элементтар». Власть вәкилдәре һәм тармаҡ лидерҙары киҫкен проблемаларҙы һәм яңы проекттарҙы, шул иҫәптән Рәсәй президентының илдең транспорт инфраструктураһы киләсәген билдәләргә тейешле һуңғы башланғыстары тураһында фекер алышырға йыйыла.
Төп темалар араһында — илдә тиҙлекле хәрәкәтте үҫтереү моделе, транспорт хеҙмәттәренең хәүефһеҙлеген арттырыу, Рәсәй транспортының технологик суверенитетын нығытыу механизмдары.
«Рәсәй транспорты» күргәҙмәһе 3,9 мең квадрат метр майҙанды биләй, унда алдынғы транспорт компаниялары араһынан 125 экспонент үҙ проекттарын тәҡдим итә. Төп урында өҫтөнлөклө проекттарҙың берләштерелгән стенды тора.
Башҡортостан был форумда транспорт инфраструктураһы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм инновацион проекттары менән таныштыра.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.