

Башҡортостанда йәшәүселәр «Башҡортостан продукты» тип яҙылған һәм республика флагы төҫтәрендәге логотип төшөрөлгән тауарҙарҙы яҡшы белә. Был продукттың урында етештерелеүе, сифат һәм хәүефһеҙлек нормаларына тап килеүе хаҡында һөйләй. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
Проекттың дипломанттары йылдан-йыл арта, тип хәбәр итте ул. Әйтәйек, биш йылда улар 70% артҡан, ошо осорҙа бындай маркировкалы тауарҙар һаны 30 меңгә еткән. Һуңғы ярты йылда проектта ҡатнашыуға 62 дипломант ҡушылған. Хәҙер проектта – 823 ҡатнашыусы, уларҙың 665-е – аҙыҡ-түлек һәм 158-е – башҡа төрлө тауарҙар етештереүселәр.
Башҡортостанда етештерелгән сифатлы продукция республиканан ситкә сығарыла. «Башҡортостан продукты»нда ҡатнашыусы 326 кеше продукцияны Рәсәй субъекттарына оҙата, 35 дипломант продукцияһын сит илдәәргә экспортлай.
«Проектта ҡатнашыу етештереүселәргә төбәк һәм федераль сауҙа селтәрҙәренә инергә мөмкинлек бирә. Ысынында иһә республикабыҙҙа һәм унан ситтә ихтыяж ҙур булған берҙәм көслө бренд булдыра алдыҡ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башҡортостан продукты» сифат билдәһен бушлай алырға мөмкин, тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. Тулыраҡ мәғлүмәт – проекттың сайтында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.