Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Альянс СКД» һәм «Арбат+» шәхси ташыусылары йәмәғәт транспортының ҡайһы бер маршруттарында юл хаҡын арттыра.
Түбәндәге маршруттарҙа ҡулаҡса, ҡулаҡсаһыҙ һәм һәм «Алға» картаһы менән иҫәпләшеү хаҡы 45 һум була:
22 ноябрҙән 218-се «Дим биҫтәһе (Гилев урамы) - 18-се дауахана» маршрутында;
23 ноябрҙән 221-се «Шаҡша биҫтәһе - Колхоз баҙары» һәм 225-се «Шаҡша-2 - Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы - «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге» маршруттарында.