Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Октябрь 2024, 16:26

Башҡортостанда торлаҡҡа хаҡтар билдәле булды

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 2024 йылдың өсөнсө кварталында беренсел торлаҡ баҙарында бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 135,8 мең һумға еткән. Икенсел баҙарҙа иһә «квадрат»ҡа 104 мең һум түләргә кәрәк. Был хаҡта республика статистиктары хәбәр итте.

2023 йылдың IV кварталы менән сағыштырғанда, республикала беренсел баҙарҙа торлаҡтың хаҡы – 10,54 процентҡа, икенсел баҙарҙа 7,43 процентҡа артҡан.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостан шәхси торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса алдынғы биш төбәк иҫәбенә инде.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-10-31/v-bashkirii-nazvali-tseny-na-zhilie-3991304

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас