Бөгөн Өфөнөң ВДНХ-Экспо майҙансығында Рәсәй энергетика форумын һәм 30-сы «Урал энергетикаһы» махсуслаштырылған күргәҙмәһен асыу тантанаһы булды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
«Бында энергетика өлкәһенең әйҙәүсе эксперттары, сәнәғәтселәр, илебеҙ энергетикаһы үҫешен тәьмин иткән предприятиеларҙың етәкселәре йыйылды. Башҡортостан был йәһәттән алдынғы төбәк. Беҙ йылдан-йыл етештереүҙе лә, ҡулланыуҙы ла арттырабыҙ. Был мөһим иҡтисади үҫеш күрһәткестәре булып тора. Шуға күрә беҙ иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашырға һәм бергәләп үҫешергә шатбыҙ. Белоруссиянан, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан, Үзбәкстандан килгән коллегаларыбыҙҙы сәләмләйем. Беләһегеҙме, беҙҙә шундай изге йола бар. Йыл һайын форумда яңы объекттарҙы сафҡа индерәбеҙ, яңы төҙөлөш эштәрен башлайбыҙ. Бөгөн дә ике ҡыуаныслы ваҡиға көтә. Беҙ ошо предприятиеларҙың етәкселәренә бик рәхмәтлебеҙ. Президент программаһы сиктәрендә Ҡарман ДРЭС-ының 1-се энергетика блогын яңыртыуға старт бирәбеҙ. Был мөһим ваҡиға. Благовещен районында иһә «Юлдаш» ярҙамсы станцияһын файҙаланыуға тапшырабыҙ», – тине Радий Хабиров форумды асыу тантанаһында.
Башҡортостан генерациялау компанияһының генераль директоры Анатолий Дубровский һүҙҙәренсә, президент программаһы сиктәрендә энергетика системаһын яңыртыуға 150 миллиард һумға аҡса тотоноу планлаштырыла.
Бөгөн Благовещен районында урынлашҡан «Юлдаш» ярҙамсы станцияһы ла сафҡа индерелде. Төҙөлөштөң смета хаҡы – 372,5 миллион һум.
«Башкирэнерго»ның генераль директоры Анатолий Пискунов әйтеүенсә, компания йыл һайын электр селтәрҙәрен үҫтереүгә яҡынса 7 миллиард һум инвестициялай һәм яңы ярҙамсы станциялар төҙөүгә аҡса йүнәлтә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.