Өфөлә III квартал йомғаҡтары буйынса икенсел баҙарҙа уртаса фатирҙың (шартлы рәүештә 2 бүлмәле) уртаса хаҡы 6,12 миллион һум торған. Квартал эсендә хаҡ — 1,7%, йыл башынан 3% артҡан. «Фатирҙар донъяһы» федераль порталы мәғлүмәттәре шундай.
Август йомғаҡтары буйынса Өфөлә яңы фатирҙың уртаса хаҡы яҡынса 7,2 миллион һум тәшкил иткән.
Эксперттар фекеренсә, «беренсел» һәм «икенсел» торлаҡтың хаҡтары бер кимәлдәрәк була, сөнки яңы йорттарҙа льготалы ипотека юҡ. Күптәр IV кварталда кредиттарҙың ҡиммәтләнеүе ихтимал тип хәүефләнә һәм торлаҡ мәсьәләһен тиҙ арала хәл итергә тырыша, тип билдәләй аналитиктар.