06:20 (UTC+5), 09 Октября 2024

Өфөлә «Ҡурай тотҡан малай» фонтаны янындағы майҙанда өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйылды

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте
Сергей Николаев

«Ҡурай тотҡан малай» фонтаны алдындағы майҙанда өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Уны 8 октябрь кисендә ҡабыҙҙылар. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.

«Йондоҙло күк» урам гирляндаһының дөйөм оҙонлоғо – 210 метр. Бындай гирляндалар аллеяларҙы, парктарҙы, беседкаларҙы, майҙандарҙы яҡтыртыу өсөн ҡулланыла. Улар Ҡазанда, Мәскәүҙә һәм башҡа ҡалаларҙа йәйәүлеләр урамдарын биҙәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡурай тотҡан малай» скульптураһы һәм фонтан, уның янындағы майҙан, шулай уҡ Сәйетғәлиев бульвары Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан юбилей объекттары исемлегендә ине. Скульптура композицияһы Октябрь проспектында, элекке «Искра» кинотеатры алдында тора. Ул 1974 йылда Мәскәү скульпторы Маргарита Соловьева-Ефимова проекты буйынса урынлаштырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә реконструкция эштәре барышы менән танышты.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-10-08/v-ufe-na-ploschadi-pered-fontanom-malchik-s-kuraem-poyavilas-novaya-podsvetka-3960664

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика