

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Annual Investment Meeting (AIM) Congress Йыллыҡ инвестиция йыйылышының генераль директоры Вәлид Фаргал менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Яҡтар халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен һәм республика компанияларының 2025 йылда Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә XIV AIM Congress конференцияһында ҡатнашыуын тикшерҙе. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Башҡортостан Башлығы республика делегацияһының йыл һайын донъя инвесторҙарын йыйған форумда ҡатнашыуының мөһимлеген билдәләне.
«Башҡортостан әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып бара һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәрен ҡарарға әҙер, – тине Радий Хәбиров. – Был өлкәлә тәжрибәгеҙ ҙур. Һеҙҙең мөмкинлектәр Башҡортостанға үҙ продукцияһын халыҡ-ара баҙарҙа нығыраҡ танытырға ярҙам итер тип уйлайым».
Вәлид Фаргал 2025 йылдың 7-9 апрелендә Абу-Дабиҙа АИМ Congress конференцияһында Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыуҙы ойошторорға кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.
«Мин һеҙҙең республикаға беренсе тапҡыр килдем, төбәк яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һеҙҙә халыҡ-ара инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлектәре булыуына ышанам, — тине Вәлид Фаргал. – 2025 йылда конференцияла һигеҙ төп йүнәлеште ҡарарбыҙ, улар араһында – халыҡ-ара сауҙа, заманса инвестициялар, аҡыллы ауыл хужалығы, ҡалаларҙы үҫтереү. Һәр ил үҙенә яҡын һәм өҫтөнлөккә эйә булған йүнәлеште һайлай ала. Башҡортостанды инвестициялар өсөн мөмкинлектәрен күрһәтеү, алдынғы етештереүселәр тураһында һөйләү, республика тауарҙарын халыҡ-ара баҙарҙа танытыу өсөн форумда ҡатнашырға саҡырабыҙ. Беҙ ҙә ҡыҙыҡһынабыҙ. Өҫтәүенә, һеҙҙең хәләл продукцияны сертификациялау өҫтөнлөгө бар, был ғәрәп донъяһы вәкилдәренә ҡыҙыҡлы булыр».
Бынан тыш, Вәлид Фаргал Радий Хәбировты форум сиктәрендә донъя илдәре делегациялары етәкселәре менән хөкүмәт түңәрәк өҫтәлендә һәм инвесторҙар, бизнес вәкилдәре менән ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға саҡырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.