

Башҡортостан эшҡыуарҙары берлектә финанслау шарттарында хәләл стандарты буйынса сертификат алырға мөмкин. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.
Был хеҙмәт — сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производствоһы, инновациялы продукция әҙерләү һәм индереү менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре өсөн.
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, эшҡыуарҙар башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә беҙҙең Төбәк инжиниринг үҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтә. Уны алыу өсөн 18 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса. Был сертификат нимә бирә? Иң элек продукцияның юғары сифатын һәм уның экологик яҡтан таҙа булыуын раҫлай. Был Башҡортостанда һәм башҡа төбәктәрҙәге ҡулланыусылар өсөн дә, тышҡы баҙарға сығыу өсөн дә мөһим. Беҙҙең партнерҙар араһында ситтән продукция индереү өсөн хәләл сертификаты төп шарт булған илдәр бар», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

