07:03 (UTC+5), 30 Сентября 2024

2025 йылда әсәлек капиталы 854 мең һумға тиклем артыуы мөмкин

Әлфиә Әһлиуллина

2025 йылда беренсе бала өсөн әсәлек капиталы – 646 мең һумғаса, ә икенсеһе тыуған осраҡта 854 мең һумға тиклем артыуы ихтимал. Был хаҡта Дәүләт Думаһының социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Екатерина Стенякинаға һылтанма менән РИА Новости хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда балалы ғаиләләргә түләү күләме беренсе балаға – 631 мең һум, икенсе балаға 833 мең һум булды.

Илдә әсәлек капиталы программаһы 2007 йылдан башлап ғәмәлгә ашырыла. Уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы уҡытыуға, инвалид балалар өсөн социаль реабилитацияға тотонорға йәки әсәнең пенсияһының тупланма өлөшөнә йүнәлтергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-09-29/v-2025-godu-matkapital-mozhet-vyrasti-do-854-tysyachi-rubley-3948948

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика