Башҡортостанда «Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин йәнә ҡиммәтләнде. «Яңыртылған» хаҡтар водителдәргә 24 сентябрҙә иртән билдәле булды. Мәҫәлән, хәҙер АИ-92 бензинының бер литры —51,65 һум (+0,05 тин), АИ-92 ATUM — 52,75 һум (+0,05), АИ-95 ATUM 56,25 һум (+0,1) тора.
АИ-100 маркалы бензин автоһәүәҫкәрҙәргә 78,75 һумға (+3 һум) төшә. Дизель яғыулығының хаҡы элеккесә — бер литры 63,85 һум тәшкил итә.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-09-24/v-bashkirii-snova-podorozhal-benzin-3942540