Башҡортостанда киләһе йылдың уңышы өсөн ужым культураларын сәсеү эштәре бара. 12 сентябргә 161,2 мең гектар майҙан сәселгән, йәғни пландың 43%, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Сәсеүлек майҙандарының төп өлөшө ужым бойҙайы өсөн файҙаланыла. Был культураны сәсеү буйынса эштәр экваторға яҡынлаша — 119 мең гектарҙан ашыу сәселгән.
Бөгөнгә 38 мең гектарҙа ужым арышы сәселгән — пландың 40% тиерлек.
Шулай уҡ ужым тритикалеһы, кәрешкәһе, шипкәне сәселә.
Ужым культураларын сәсеү буйынса Дәүләкән районы алда килә (14,5 мең гектар, был пландың 77 % тигән һүҙ.
Стәрлетамаҡ районында — 10 мең гектарҙан, Ауырғазыла 9 мең гектарҙан ашыу майҙан сәселгән.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-09-12/v-bashkirii-zaseyali-43-ploschadey-ozimyh-3927407