Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2024, 14:25

Башҡортостанда бензин хаҡы үҙгәргән

«Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында АИ-100-К5 маркалы бензинға хаҡ артҡан. Компанияның сайтында баҫылған мәғлүмәттәргә ярашлы, 8 сентябрҙән ошо яғыулыҡтың бер литры 76,25 һум тәшкил итә.

«Башинформ» АИ-100-К5 бензинына хаҡтың үҙгәреүе тураһында хәбәр иткәйне. Сентябрь башында ул 75,25 һум ине.

Башҡа маркаларҙың хаҡы шул килеш.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-09-10/v-bashkirii-izmenilas-tsena-populyarnoy-marki-benzina-3923535

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас