Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Сентябрь 2024, 14:52

Башҡортостанда ҡыҙыу ураҡ өҫтө

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостандың бер нисә районында хужалыҡтар иртә майлы культураларҙы — рапс, гәрсис, етен йыйыуға төшкән. Дүрт районда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бара (Әлшәй, Благовар, Дәүләкән, Илеш). Бөгөнгә 2 мең гектарҙан йыйылған, 84 мең тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған, бер гектарҙан уртаса уңыш — 475 центнер. Республика шәкәр заводтарының береһе продукция етештерә башлаған.

Шулай уҡ ҡайһы бер хужалыҡтар ужым культураларын сәсеүгә төшкән: 70 мең гектарҙан ашыуында сәселгән, йәғни пландың 18% үтәлгән.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 550 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сабылған, был иһә пландың 34 процентын тәшкил итә. 1,3 миллион тонна ашлыҡ бураға һалынған. Уртаса уңыш – гектарынан 24 центнер. 

Сенаж әҙерләү планы — 100%, бесән әҙерләү 63% үтәлгән. Силос һалыу бара. Мал аҙығы культуралары сәсеүлектәренең 66% сабылған, был иһә яҡынса 528 мең гектар. Дөйөм алғанда, республикала бер шартлы мал башына 15 центнерҙан ашыу тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы, йәғни талаптың 61% әҙерләнгән, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-09-04/v-bashkirii-v-razgare-uborochnaya-strada-3910923

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас