Өфөлә Затон шоссеһын төҙөкләндереү эштәре башланды. Был турала Өфөнөң юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығының капиталь төҙөлөш бүлегенә һылтанма менән Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов хәбәр итте.
«Дортрансстрой» подряд ойошмаһы Затон күперенән алып ҡулсаға тиклемге участкала асфальттың өҫкө ҡатламын алмаштыра. Юл хеҙмәттәре ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ өсөн ғәфү үтенә», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә милли проект буйынса яҡынса 30 саҡрым юл ремонтлана.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-08-26/v-ufe-nachali-remont-zatonskogo-shosse-3898434