Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Август 2024, 15:19

Башҡортостан агросәнәғәт комплексына ямғыр ташҡыны килтергән зыян 1 миллиард һумға баһалана

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәренә килтерелгән зыян суммаһы 1,06 миллиард һум тәшкил итә. Яҡынса 120,5 мең гектар майҙанда уңыш юҡҡа сыҡҡан, шуның 112,3 мең гектарын бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар биләй. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Фәзрахманов һүҙҙәренсә, 11 июлдән 11 сентябргә тиклем ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһында республика хөкүмәте ҡарарының проекты әҙерләнгән. «Башинформ» ошондай режим индереү ихтималлығы тураһында хәбәр иткәйне. Әлегә зыян күләме 33 райондан алынған мәғлүмәттәргә таянып иҫәпләнгән. Был аҙнала башҡа муниципалитеттар ҙа ошондай мәғлүмәт бирергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-08-19/uscherb-nanesennyy-dozhdyami-agrariyam-bashkirii-otsenivaetsya-v-1-mlrd-rubley-3891177

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас