11:35 (UTC+5), 16 Августа 2024

Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереүгә 200 миллион һум аҡса бүленгән

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереүгә 200 миллион һум дәүләт ярҙамы бүленгән. Был хаҡта Баймаҡ районында үткән «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2022 йылдан «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола.

– Бөгөн йылҡы малы һаны (128 мең баш) буйынса республикабыҙ илдә икенсе урынды биләй, ҡымыҙ етештереү буйынса ла алдынғы урында тора. Һәм был тенденция 15 йыл дауамында һаҡлана, — тине Илшат Фәзрахманов.

Ул хәҙер ауыл хужалығы өсөн ҡаралған бөтә ярҙам саралары ла башҡорт йылҡысылары өсөн асыҡ булыуын билдәләне. Улар араһында льготалы кредиттар, техникаға, игенгә, һөткә субсидиялар, гранттар бар. Дөйөм алғанда, һуңғы өс йылда төбәктә йылҡысылыҡты менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға 200 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы бүленгән.

Өс йылда грант ярҙамы күрһәтеү өлкәһендә генә бүленгән аҡсаның дөйөм күләме 131 миллион һумдан ашты, тип өҫтәнеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-08-16/na-razvitie-konevodstva-v-bashkirii-vydelili-200-mln-rubley-gospodderzhki-3888322

Автор: Галина Бахшиева

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика