Был аҙнала Башҡортостанда тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индереү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр ЦУР-ҙа үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.
— Йөк машиналары баҫыуға инә алмай. Күп урынды һыу баҫҡан, — тип белдерҙе БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — Хәҙер документтарҙы әҙерләйбеҙ. Был аҙнала беҙ ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһында документтар бирәсәкбеҙ.
Ауыл хужалығы ведомствоһы етәксеһе аңлатыуынса, Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһындағы ҡарар льготалы кредиттарҙы оҙайтыу, льготалы лизинг һәм страховка компаниялары менән эшләү өсөн кәрәк.
– Әлегә хәлде киҫкенләштермәйбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәл иғлан итәбеҙ, әммә барыһы ла яҡшы булыр тип ышанабыҙ, — тине кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
«Башинформ» агентлығы 7 августа хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы райондарға малға аҙыҡ әҙерләүҙә проблемалар кисергән шәхси хужалыҡтар һанын асыҡлау буйынса мөрәжәғәт ебәргән. Артабан компенсация сығанаҡтарын һәм күләмдәрен билдәләү өсөн исемлектәр төбәк финанс министрлығына ебәреләсәк.
Бынан тыш, ауыл хужалығы министрлығы сәсеүлектәре зыян күргән хужалыҡтар һаны тураһында мәғлүмәттәр йыя һәм зыян күргән баҫыуҙарҙың майҙанын билдәләй.
– Артабан был мәғлүмәттәр ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү өсөн файҙаланыласаҡ. Был фермерҙарға, әгәр улар субсидия алған булһа, программа маҡсаттарын үтәмәү арҡаһында штрафтарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк, – тип аңлаттылар Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында.
Автор: Галина Бахшиева