

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы фермерҙарға ярҙам итеү буйынса барлыҡ программаларҙың 2030 йылға тиклем оҙайтылыуын раҫланы. Йүнселдәргә артабан да федераль һәм төбәк бюджетынан ярҙам күрһәтеләсәк, аҡса мөмкин тиклем максималь кимәлдә файҙаланыласаҡ. Был хаҡта ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
«Башинформ» быға тиклем хәбәр итеүенсә, 2019-2023 йылдарҙа Башҡортостан хужалыҡтары дөйөм 3,312 миллиард һумлыҡ грант ярҙамы алған. 552 эш урыны булдырылған. Быйыл был маҡсатта 422 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, 100 эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Бөгөн Башҡортостанда 8400-ҙән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә, улар йыл һайын тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 15 процентын етештерә. Бөгөн фермерҙар республика сәсеүлек майҙандарының 35 процентына сәсә, шулай уҡ дөйөм һыйырҙар һанының 19 проценттан ашыуын, 35 процент йылҡы, 11 процент һарыҡ-кәзә тота.
Автор: Роман Якимчук
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.