

Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы Мәләүез районы предприятиеһында Конго Демократик Республикаһына оҙатыу өсөн әҙерләнгән 27 тонналыҡ ит ярымфабрикаттары партияны тикшерҙе.
– 2024 йылдың июнендә Африка континентына оҙатылған күркә ите ярымфабрикаттарының тәүге һынау партияһы халыҡҡа бик оҡшаған», – тип билдәләне Россельхознадзор вәкиле. – Ярымфабрикаттар Санкт-Петербург порты аша диңгеҙ юлы менән оҙатыла.
Әлегә партия Рәсәй Федерацияһының дәүләт сигендәге ветеринар күҙәтеү бүлеге һәм Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре тарафынан тикшерелгән. Бөгөнгә Африкаға оҙатылған ит йәмғеһе 54 тонна тәшкил итә.
Ит ризыҡтары экспортҡа сығарыу алдынан бөтә кәрәкле лаборатор тикшереүҙәрҙе үткән.
«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда май экстракцияһы предприятиелары 2024 йылдың ете айында 5,5 мең тонна рапс майы экспортлаған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы, һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» программаһы буйынса «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға тиклем сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған тауарҙарҙы экспортлауҙы 70 процентҡа арттырыу, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
Автор: Галина Бахшиева
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.