11:14 (UTC+5), 05 Августа 2024

Башҡортостан аграрийҙарына яҡшы һауа шарттарын көтмәҫкә кәңәш иттеләр

Республика аграрийҙары өсөн яҡшы һауа торошо август уртаһына тиклем көтөлмәйәсәге хаҡында белдерҙеләр. Ураҡ өсөн һәр мөмкинлекте файҙаланырға һәм бар киптереү ҡеүәтен файҙаланырға кәрәк, тине Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Башҡортостан аграрийҙарына быйыл 2,2 миллион гектарҙа уңыш йыйып алырға йыйына. Шуларҙың 1,3 миллион гектары яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культураларға тура килә, 380 мең га — ҡышҡы культуралар; 58 мең гектарҙа – шәкәр сөгөлдөрө, 493 мең гектарҙа майлы культуралар үҫә.

Әлеге ваҡытта республиканың 27 районында иген культураларын урып-йыйыу башланған.

– Бөгөн ни бары 53 мең гектарҙан уңыш йыйып алынған, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илшат Фәзрахманов. — 177 мең тоннанан ашыу иген һуғылған, гектарынан уртаса 33 центнер уңыш алынған. Майлы культураларҙан әлегә ужым арышы ғына йыйып алынған.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле, ғәҙәттән тыш режим индерелеүе ихтимал.

Автор: Галина Бахшиева

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-08-05/agrariyam-bashkirii-sovetuyut-ne-zhdat-horoshey-pogody-dlya-uborki-urozhaya-3873258

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика