
1 августа Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе 2023 йылда эшләгән республика пенсионерҙарының страховка пенсияһын ғаризаһыҙ тәртиптә ҡайтанан иҫәпләй. Был ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия алған 213 мең кешегә ҡағыла, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Социаль фонды төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Бынан тыш, ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсиялар арттырыла.
Август айында пенсияны яңынан иҫәпләү пенсионерҙың эш хаҡына бәйле: ул ни тиклем юғарыраҡ булһа, пенсия ла шул тиклем күберәк арта. Максималь өҫтәмә өс пенсия коэффициентын тәшкил итә. Коэффициент хаҡы пенсияны юллаған йылға бәйле. Быйыл ул — 133,05 һум. Тупланған коэффициентты дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша һорап, шәхси иҫәп өҙөмтәһенән ҡарарға мөмкин.
«Август айында пенсия автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләнә, шуға күрә республика пенсионерҙарына бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Аҡса августа ғәҙәти график буйынса күсерелә», — тип белдерҙеләр Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
2025 йылдан республикала эшләп йөрөгән барлыҡ пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана башлай. Тәүге индексация киләһе йылдың февралендә башҡарыла, Социаль фондта был автоматик рәүештә иҫәпләнә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.