17:29 (UTC+5), 22 Июля 2024

Шаҡша күперендә тиҙлек сәғәтенә 20 саҡрымға тиклем сикләнә

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте
Әлфиә Әһлиулллина

Шаҡша күперендә тиҙлек сәғәтенә 20 саҡрымға тиклем сикләнә. Был турала үҙенең телеграм-каналында Өфөнөң Калинин районы башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов хәбәр итә.

«Һис шикһеҙ, был көндәрҙә беҙҙең өсөн төп объект – Шаҡша күпере. Эштәрҙе ойоштороу һәм башҡарыу менән шөғөлләнгән бөтә структуралар ҙа көн һайын объектта. Подрядсылар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Күперҙең уң яғында ике ҡат асфальт түшәлгән, юл ҡоймалары ҡуйыла. Иртәгә белгестәр яҡтыртҡыстар ҡуйыу эшенә тотона.

Күперҙең бер өлөшөн 24 июлдә транспорт хәрәкәте өсөн асырға йыйынабыҙ. Тәүҙә тиҙлек сәғәтенә 20 саҡрымға тиклем сикләнә. Тиҙлек режимын боҙоуҙы камералар теркәй. Автомобилдәр араһында тейешле арауыҡты һаҡлау ҙа мөһим», — тип билдәләне район башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, эштәр тамамланғас, ҡалаға тағы ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итерлек күпер асыла.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Шаҡша күперен йәнә ике тапҡыр ябыу планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-07-22/po-shakshinskomu-mostu-ustanovyat-ogranichenie-skorosti-do-20-km-ch-3856725

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика