15:13 (UTC+5), 17 Июля 2024

«НЕФАЗ» предприятиеһында автопромдың өс әһәмиәтле инвестиция проекты бойомға ашырыла

Фото: Олег Яровиков

2024 йылдың тәүге ярты йыллығында Нефтекамала «НЕФАЗ» предприятиеһының тейәп оҙатылған продукция һәм хеҙмәттәр күләме 20,3 миллиард һум тәшкил иткән, үҫеш темпы — 35 процент. Завод «КАМАЗ» йәмғиәте предприятиелары төркөмөнә ҡарай, Рәсәйҙә КАМАЗ шассиҙарында махсус өҫкө ҡоролмалар етештереү буйынса иң ҙур предприятие булып иҫәпләнә.

Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — пассажир һәм вахта автобустары, троллейбустар, электробустар, прицептар һәм ярым прицептар, запас частар етештереү.

Бөгөн, 17 июлдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «КАМАЗ» йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин «Нефаз»дың етештереү майҙансыҡтарында булды.

Предприятиела быйыл өс инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был 2,25 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләме менән КАМАЗ-дың яңы моделдәре өсөн самосвал ҡулайламаларын сығарыу буйынса производство ҡеүәтен булдырыу, автобус етештереү ҡеүәтен йылына 3 мең берәмеккә тиклем арттырыу (инвестиция күләме — 3,4 миллиард һум).  Проекттарҙа производствоның технологик процестарын автоматлаштырыу һәм роботлаштырыу, шулай уҡ ҡорамалдарҙы модернизациялау ҡаралған.

«НЕФАЗ» пассажир транспортын тикшереү өсөн майҙансыҡ, троллейбустарҙы һынау өсөн контакт селтәре төҙөй, инвестициялар күләме — 224,8 миллион һум. Предприятиеның генераль директоры Евгений Корепанов билдәләүенсә, 2024 йылдың ғинуар–июнь айҙарында инвестициялар күләме 313,8 миллион һум тәшкил иткән.

Радий Хәбиров һәм Сергей Когогин предприятиеның етештереү, шул иҫәптән «НефАЗ» маркалы автобустар сығарыу цехтарын, шулай уҡ заводта етештерелгән автомобиль техникаһы күргәҙмәһен ҡараны. 

2024 йылда «НЕФАЗ» йәмғиәтенең бизнес-планы 2,3 мең берәмек пассажир техникаһы (автобустар, электр транспорты), 7,1 меңдән ашыу берәмек махсус өҫкө ҡоролма (самосвал ҡулайламалары, вахта автомобилдәре) һәм 1,8 мең берәмек тағылмалы техника сығарыуҙы күҙ уңында тота.

Белешмә

«КАМАЗ» компаниялар төркөмө — Рәсәй Федерацияһының ҙур автомобиль корпорацияһы. «Ростех» дәүләт корпорацияһына ҡарай. Етештереү ҡеүәте йылына 71 мең автомобиль тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-07-17/bashkirskoe-pao-nefaz-planiruet-vypustit-za-god-bolee-11-tysyach-edinits-tehniki-3851940

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика