

Бөгөн Екатеринбургта «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе старт алды. Башҡортостан делегацияһын республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан вәкилдәре «Иннопром»да эшләй. Башҡортостан Республикаһы премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә башҡарылған эштәр һәм алда көтөлгән саралар хаҡында һөйләне. Республиканың ҙур, инновацион стенды күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә, тип билдәләне ул. Башҡортостан вәкилдәре Оман менән һөйләшеүҙәр үткәргән, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре менән осрашыуҙар булырға тейеш.
Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин иртәгә Башҡортостан стенды менән таныша, республика үҙенең идеяларын тәҡдим итергә әҙерләнә. Шулай уҡ Беларусь премьер-министры Роман Головченко менән осрашыу һәм башҡа мөһим саралар ҡаралған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.